+22 °С
Ямғыр


Йәй буйына ихатабыҙ
Йәйғор төҫлө сағыла!
Ҡояш нурҙарын һипкәндә
Күркәмләнә тағы ла!
Был матурлыҡ әнейемдең
Ҡулдарынан ярала!
Гөл-сәскәле баҡсабыҙҙан
Шундай хуш еҫ тарала!
Сәскә кеүек әнейемдең
Гөлдәре лә мөләйем!
Был йәмдәргә хайран ҡалмай
Нисек кенә түҙәйем!