

- Исемең нисек әле? Ильяс тием дә ҡуям....
Беҙҙең исемде белмәүе әллә ни түгел, иң мөһиме атаҡлы ауылдаштарының, батырҙарының исемен онотмайҙар - шуныһы бәхет. Әйткәндәй, Айһылыу быйыл беренсе кластарҙы уҡырға ҡабул иткән икән, һәммәһе 12 бала. Былтыр беренсегә 4-әү генә килгән булған.
Ошо 12 араһынан да, иманыбыҙ камил, Бахмут өсөн йән атып торған балалар үҫер. Һәм беҙ уларҙы сәхнәләрҙән тороп тәбрикләрбеҙ.
Мәҡәлә тулы килеш бөгөн гәзиттә донъя күрҙе.