Яңы Мораптал мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәрен әйтәбеҙ. Уларға башҡаса, бәлки, ярамайҙыр ҙа - Башҡортостандың көнъяҡ ҡапҡаһы улар, ситтән килгән һәр береһе уларға ҡарап һүҙ йөрөтә, морапталдар нисек йәшәй, тимәк, республика ла шулай йәшәй.
Яңы Мораптал мәҙәниәт йортоноң уңыштары тураһында аҙымлап тиерлек яҙып барабыҙ (бына сәскәләр ултырттылар, бына ҡойо астылар, сәхнәһен ҙурайттылар...), әле, матур майҙандарын тағы ла йәмләп, флагтар элгәндәр, улары бер түгел, өсәү. Рәсәй, Башҡортостан һәм, әлбиттә, Көйөргәҙе әләмдәре.
Ошо флагтар һымаҡ, хистәрегеҙ гел юғары, ғорур булһын, морапталдар!
Фото ошо төркөмдән "Мурапталовский Сельский Дом культуры" алынды.