Илһөйәрлек
7 Сентябрь 2022, 11:44

Патриотизм башы

Улар быйыл ғына был исемде алды.

Патриотизм башыПатриотизм башы
Патриотизм башы
Исеме нисек ғорур яңғырай: шайморатовсылар! Яңы Таймаҫ гимназияһы уҡыусылары (мәктәптәре, етмәһә, данлыҡлы яҙыусы, ауылдаштары Рәшит ағай исемен йөрөтә) быға тиклем дә һәр яҡтан да шәп балалар, бынан ары тағы ла һәйбәтерәк булырға тейеш беҙ тип уйланы. Генерал исемле балалар эште донъя күреүҙән башланы - бөгөн улар Кинйәабыҙ ауылында булды. Патриотизм хисен тағын ҡайҙан алаһың, янда ғына ята ул - Кинйә музейы, мәмерйәһе. Яндарында ҡайһы бер нәмәләрҙе аңламаһалар, аңлатыр өсөн Раил ағалары, Оксана апайҙары бар. 
Алда беҙҙең шайморатвсыларҙы күп асыштар көтә, илгә үҙҙәре лә әллә күпме яҡшылыҡ килтерер, ә әлегә, илһөйәр булып, үҫә торһондар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас