Илһөйәрлек
8 Сентябрь 2022, 09:26

"Бәлки тағы өҫтәлерҙәр"

Филүзә Харрасова, 3-сө БРГИ-ның Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

"Бәлки тағы өҫтәлерҙәр""Бәлки тағы өҫтәлерҙәр"
"Бәлки тағы өҫтәлерҙәр"

- Шайморатовсылар класы беҙҙең мәктәптә лә булдырылды. 5-се "Б" класында уҡыған 21 уҡыусы ошо исмеде ғорур йөрөтәсәк.

Был исемлеккә бәлки тағы уҡыусылар өҫтәлер, сөнки ата-әсәләрҙең дә, уҡыусыларҙың да теләктәре бар. Формаларҙы байрам алдынан тектереп бөттөк, әйткәндәй, үҙем дә, Шайморатовсыларҙың класс етәксеһе булараҡ, уҡыусыларымдан айырылып тормайым тип, үҙемә лә форма тектерҙем. Июнь айында ата-әсәләр йыйылышы үткәрҙек, шунда форма тураһында ла һөйләшелде, барыһы ла үҙ аҡсаһына тектерҙе. Форма хаҡтары арзан түгел, малайҙар өсөн 4200, ҡыҙҙарҙыҡы 4900 һум булды. Был формаларҙан тыш, уҡыусыларға тағы ла көндәлек формалар ҙа алдылар. Бындай класс беҙҙең гимназияла тәүгә булдырылды, мин үҙем дә тәүге тапҡыр бындай класты алдым, Алла бирһә клсыбыҙҙың исеменә тап төшөрмәй, барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашгып, тырышып уҡырбыҙ, тип ышанам.

"Бәлки тағы өҫтәлерҙәр"
"Бәлки тағы өҫтәлерҙәр"
Автор:
Читайте нас