Илһөйәрлек
8 Сентябрь 2022, 09:19

Районыбыҙҙың тәүге Шайморатовсылары

Оксана Исмәғилева, Р.Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

Районыбыҙҙың тәүге ШайморатовсыларыРайоныбыҙҙың тәүге Шайморатовсылары
Районыбыҙҙың тәүге Шайморатовсылары

- "Шайморатов класын" районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып беҙҙең гимназияла булдырыуҙары ҡыуаныслы һәм бик яуаплы ваҡиға.

Бишенсе класҡа килгән 11 бала (уларҙың 3-һе Ялсыҡайҙан, 1-һе Свободанан) ошо исемде ғорур йөрөтөрҙәр тип ышанабыҙ. Был уҡыусылар ошоңарсы ла һынатманы, улар бик әүҙем, уҡыуҙа ғына түгел, спортта ла һынатмайҙар, баскетбол уйнарға яраталар, күбеһе ГТО знагы эйәһе. Был класс булдырыла тигәс, ата-әсәйҙәр форма тектерергә тип хафаланалар ине, Аллаға шөкөр, был мәсьәлә лә хәл ителде. Форма тектереүҙе район үҙ өҫтөнә алды. Уны Күмертау ҡалаһы "Бал ҡорто" ательеһы тегеп тә бирҙе.
Шайморатов класының класс етәксеһе мин булһам, куратор итеп Раиль Рамаҙан улын ҡуйҙылар. Киләсәктә тыуған төйәгебеҙҙе өйрәнеү маҡсаты менән районыбыҙ буйлап экскурсияларға йөрөргә, музейҙар менән яҡындан танышырға, төрлө патриотик фильмдар ҡарарға, зарницалар, спорт ярыштары үткәрергә планлаштырабыҙ. Уларҙан тыш, был уҡыусылар мотлаҡ рәүештә тимурсылар эшендә, мәктәптә үткән тикшеренеү эштәрендә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашасаҡ. Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар үткәрәсәкбеҙ, һәйкәлдәрҙе тәртиптә тотоуҙан да ситтә ҡалмаҫбыҙ. Илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү эше мәктәбебеҙҙә тағы ла көслөрәк алып барылыр тип ышанабыҙ.
Шайморатовсылар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт үткән һанда баҫылды

Районыбыҙҙың тәүге Шайморатовсылары
Районыбыҙҙың тәүге Шайморатовсылары
Автор:
Читайте нас