Илһөйәрлек
13 Сентябрь 2022, 04:05

Шайморатовсылар Өфөгә юлланды

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты Шайморатовсылар командаһы Өфөгә ярышҡа юлланды.

Шайморатовсылар Өфөгә юлландыШайморатовсылар Өфөгә юлланды
Шайморатовсылар Өфөгә юлланды

Бөгөн Алкинола урынлашҡан "Авангард " хәрби - спорт лагерында республиканың Шайморатов класс командалары араһында ярыш үтә.
Бәйге һөҙөмтәһе буйынса 20 команда 11 Октябрь көнө Өфөлә Шайморатов генералға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.
Команда составына 7 уҡыусы һайланды, уларҙы хәрби куратор Вәлимөхәмәтов Рим Риф улы һәм Бикмөхәмәтов Рәфис Рим улы алып китте.
Ҡыуанып - шатланып, иҫән - һау йөрөп ҡайтырға насип булһын.

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас