

- Райондан бер үҙем барҙым. Иң мөһиме сараның нисек барғанын күҙәтеү, үҙ-үҙемде һынап ҡарау тора ине. Аллаһ бирһә үҙебеҙҙең районда Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә шундайыраҡ турнир үткәрергә тигән уйҙа ҡайттым. Был бәйгелә мәргәнлектә һәм етеҙлектә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр араһында иң олоһо мин инем. Иң йәшенә 27 йәш булғандыр. Бар ҡатнашыусылар традицион милли кейемдәр кейгәйнеләр. Ҡара-ҡапҡан турнирын үткәреүҙә күп көс һалған бағыусыларына, район башлығына рәхмәттәрем ҙур. Ауыл мәсетенең ағинәйҙәренә рәхмәттәрем сикһеҙ, тәмле сәйҙәре менән һыйланылар. Ошолай саралар күберәк булып торһон ине, - тине Фәнис Мансур улы.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.