

Эргәнән үткән М-5 трассаһынан, 15 минут һайын мобилизацияға алынған егеттәр менән тулы автобустар үтә. Кисә кис беҙҙең эргәлә генә ялға туҡтағандарын күреп яндарына барҙым, был автобуста Нефтекама егеттәре ине, уларҙан: "Күмертауҙар ҡайҙа?"- тип һораштым. "Улар арттараҡ килә",- тип яуапланы егеттәр. Үҙебеҙҙең егеттәрҙе көтөп тороп, осрашырға насип булды. Автобуста таныш егеттәр ҙә бар ине. Егеттәр мах бирмәй, кәйефтәре шәп, көлөп, йылмайышып торалар. Мах бирмәҫ беҙҙең егеттәр, уларға хәйерле юлдар теләп, оҙатып ҡалдыҡ, - ти Юлай Сәғитов.