Илһөйәрлек
30 Сентябрь 2022, 04:35

Юлай Талха улына рәхмәт!

Хәрби күнекмәгә юлланған егеттәребеҙ урындарына барып етеп урынлашҡан. 

Юлай Талха улына рәхмәт!Юлай Талха улына рәхмәт!
Юлай Талха улына рәхмәт!

Егеттәр һөйләүенсә, уларҙың барыһы ла яҡшы.
Беҙҙең егеттәр электән берҙәм, бында килеп эләккәс тә командирҙары Көйөргәҙе, Кумертау егеттәренә аптырап ҡалғандар, уларҙың бер-береһе менән шул тиклем берҙәм булыуҙарына һоҡланып, маҡтау һүҙҙәре еткергәндәр.
Кем, ниндәй өлкәлә хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, улар үҙҙәрен айырмауын һорағандар һәм барыһы бергә ҡалғандар.
Кисә төштән һуң тыуған илдәренән кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек тупламаһы килеп еткәс, егеттәр тағы ла ҡыуанып, дәртләнеп киткәндәр.
Улар беҙҙең район хакимиәте башлығы Юлай Талха улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр, беҙҙең район етәксеһенең шул тиклем кешелекле булыуын, ауыр саҡта үҙебеҙҙең егеттәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмауына ихлас шатланалар.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас