Иртән шылтартҡайны, ҡайтырға сығам тип, бына ул беҙҙә лә ултыра.
- Аптырап бөттөм инде, икенсегә ҡайтарып ебәрҙеләр. Беренсе тапҡыр йәшең оло тинеләр (36 йәш), икенсеһендә баҫымың юғары тип ҡайтарҙылар. Унда кеше күп, бәлки, шуға ла әлегә бик көсләп бармайҙарҙыр. Мин үҙем ВДВ бит, Чечняла булған егет, шуға бер ниндәй шөрләү юҡ, Морапталдан тәүгеләрҙән булып мырҙам менән киттек. Унда нисек? Әллә. Иртән сығарып баҫтыралар ҙа, көнө буйы теләһә нимә эшлә. Ярар, Юлай Ильясов туп ҡалдырып китте, хет футбол уйнаныҡ. Егеттәр боевой унда, бигерәк тә, Баймаҡ, Сибай яҡтары. Кейем-форма тигәндә..... Аптыраҡ. Үҙебеҙ һатып алабыҙ ҙа ул. Ҡайҙа баралыр был донъя - бронежилетты үҙегеҙ алығыҙ тиҙәр. Үҙ-ара татыубыҙ, эсеп һуғышҡан булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, өлөшләтә мобилизация бик шәптән бармай, беҙҙең менән бергә бер аяғы протез булған егет тә китеп барҙы. Тегендә аяғын күргәс кенә кире борҙолар.
Бына шундай хәлдәр. Хәҙер тағы ла медкомиссия инде, унан.... Китәм барыбер, алғы һыҙыҡҡа, мин ВДВ бит.
Юлдағы кешегә сәй булһа ла эсерҙек, башҡа яҡтарын һораштыҡ та оҙаттыҡ. Юлдарың хәйерле булһын, Венер.