https://youshatir.ru/articles/il-y-rlek/2022-09-27/bary-y-la-ya-shy-bulasa-2966995
Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы егете ул саҡта "Барыһы ла яҡшы буласаҡ" тип беҙҙе, йөрәктәрен ҡуш усҡа ҡыҫып торған туғандарын, ауылдаштарын тынысландырҙы хатта.
Кисә туғандары янына барған. Һарытауға. Киткәненә бер нисә генә көн үтте һымаҡ, ә араларҙа, әйтерһең, оҙон йылдар, юлдар ята. Һағындырған. Туған йәнде, ғәзиз тәнде ҡосаҡлау, тыуып үҫкән йорттан килгән күстәнәстәрҙе ауыҙ итеү, Азамат Сафаров Илкәнәйенә ҡунаҡҡа ҡайтып килгәндәй булған
Башҡорт халыҡ йыры һымаҡ исемең данлыҡлы - "Азамат". Ә унда былай йырлана:
Сит илдәрҙә күп йөрөнөк,
Ваҡыт түгел микән ҡайтырға.
Йөрөгән ерҙең ҡурайы юҡ,
Күргәндәрҙе көйләп тартырға...
Илкәнәй азаматының йөҙөндә, әле лә, киткәнендәге һымаҡ, матур йылмайыу. Ошолай, йылмайып-көлөп, иҫән генә булып, ҡайтып төшөргә яҙһын.