Илһөйәрлек
15 Октябрь 2022, 05:59

Хөрмәт өсөн рәхмәт

Әле присяга тигән һүҙҙе йыш телгә алабыҙ. Тыуған илгә биргән ант бит ул. 

Хөрмәт өсөн рәхмәтХөрмәт өсөн рәхмәт
Хөрмәт өсөн рәхмәт
Әллә ҡасан уҡ присяга биргән егеттәребеҙ был көндө (ғүмерҙә бер була торған көн) онотмай. Шуларҙың береһе Яҡшымбәт ауылынан Рәүеф Абдуллин. Башҡаланан әллә ҡайҙа йыраҡта ятҡан ауыл булһа ла, ошо ауылда тыуған илгә тоғро кеше барлығын беләләр икән. Рәүеф Тимерхан улы беҙгә бына нимә тип яҙып ебәргән: 

- Кисә, 14 октябрь, кис баш ҡалабыҙ Өфөнән ауылдашыбыҙ Румил Рауил улы Мәҡсүтов миңә 1 йыл элек бирелгән миҙалды алып ҡайтып тапшырҙы. Мин өс йыл ғүмеремде Тыуған илебеҙҙең һаҡлауға арнап, Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иттем. Ысынында, Ватанға һаман хеҙмәт итәм. Хөрмәт өсөн рәхмәт!!!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас