Бөгөн өлөшләтә мобилизацияға эләккән егеттәр менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хушлаша. Шул уҡ һүҙҙәр, шул уҡ тауыш, шул уҡ ҡараш.
Ике аҙнанан тамамлана тигән һүҙҙәр йөрәккә май булып яғылғайны (шулай була күрһен), хәҙер егеттәр барыһы ла туғандары янына ҡайтып бөттө тигән һүҙҙәрҙе көтәбеҙ. Өмөт ҙур, ышаныс тағы ла ҙурыраҡ.
Иртәгә Күмертау ҙа оҙатасаҡ егеттәрен. Репортаж шул мәлдә булыр.
Фәрештәләр ташлап китмәһен һеҙҙе, һалдаттар.