26 йәш кенә әле уға, ғаилә ҡороп өлгөрмәгән. Яуырынына ятып буҫлығып илаған һылыуҙы тәүҙә кәләшелер тип уйлаһаҡ, ул һеңлеһе икән. Ағай бит ул, уны ситкә, яу ҡырына ебәреү ҡыҙ бала өсөн ауыр ҡайғы.
Эльза Васильева ла бында. Ул ҡайҙа көләләр генә түгел, ҡайҙа илайҙар ҙа - шунда.
Виталийҙы ла, күҙҙән шатлыҡ йәштәре тамыҙып. илап ҡаршы алырға яҙһын.