Илһөйәрлек
17 Октябрь 2022, 11:21

"Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!"

Бөгөн дүртенсеһе. 

"Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!""Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!"
"Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!"
Ошо моңһоу көҙҙә (элеккеләре былай уҡ көйһөҙ булмай торғайны ла көҙҙәрҙең?) Күмертау һәм Көйөргәҙе районы дүртенсе тапҡыр малайҙарын яуға оҙата. 39 егет тинеләр, тағы ла 10-уы резервта икән. 
Район башлығы Юлай Талха улы, ҡапҡа алдына килеп, һалдаттарҙың ғаиләләре менән аралашты.
Улдарын оҙатҡан инәй, апайҙар, һалдат ҡатындары (һалдатка буламы икән улар?):
- Эй Юлай ҡустым, молодец та инде һин, рәхмәт һиңә. Интернеттан күҙәтеп барабыҙ, егеттәрҙе ҡайғыртып, эргәләренә барып хәлдәрен белешеп йөрөйһөгөҙ, -  тип маҡтанылар.
Репортаж - киләһе һанда. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас