Улар икеһе лә кисә ҡуҙғалды, өлөшләтә мобилизацияға эләккән Ялсыҡай ауылы егеттәре. Береһе Күмертауҙан, икенсеһе - Мәләүездән китте. Һәм бына бөгөн осрашҡандар. Пензала.
Алмаз Абдрахманов, Айнур Әбделмәнов. Улар яңыраҡ ҡына Пензаға барып еткән, әле урынлашып та өлгөрмәгәндәр.
Ҡаҙ ҡанаты ап-аҡ була,
Ир ҡанаты ат була;
Сит илдәрҙә йөрөгән саҡта,
Бик һағынған саҡ була.
Һағышлы мәлдәрегеҙҙә бер-берегеҙгә таяныс-йыуаныс булып, иҫән-һау ғына, тыуған илдәргә әлегеләй ҡосаҡлашып ҡайтып төшөргә яҙһын, егеттәр!