Илһөйәрлек
19 Октябрь 2022, 11:41

Барыһы ла тәртиптә

- Беҙҙең барыһы ла яҡшы, Күмертау, Көйөргәҙе егеттәре бер ерҙә урынлаштыҡ. 

Барыһы ла тәртиптәБарыһы ла тәртиптә
Барыһы ла тәртиптә

Мәләүездәр икенсе ерҙә, көнөнә өс тапҡыр ашаталар, кейем бирҙеләр, урынлашҡан еребеҙ йылы. Өйҙәгеләргә беҙҙең өсөн хафаланмағыҙ тибеҙ, бында барыһы ла тәртип. Бөгөн командаларға бүләбеҙ тинеләр, кем ниндәй өлкәлә хеҙмәт иткән, кемдең ҡайҙа хеҙмәт итергә теләге бар, шуны һорашалар.
Бөгөн шул бүленеп бөтһәк, иртәгә нимә эшләрбеҙ, хәрби күнекмәләргә тотонорбоҙмы, әлегә белмәйбеҙ, көтөп ятабыҙ.

Фотола: егеттәрҙең бөгөнгө төшкө ашы. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас