

Әле шулай ваҡыт. Ысынында, төнгө йоҡо - йоҡо һымаҡ түгел (эх, ҡайҙа ҡалды икән, тәгәрәү менән йоҡлап киткән ғәмһеҙ мәлдәр?), уйҙар тынғы бирмәй, йоҡоно алыҫҡа ҡыуа. Күпмелер ваҡытҡа ойоп китеп, ҡапыл уянаһың да, аптырайһың: сәғәт нисәләр икән?
Таң әтәстәре ҡысҡыра, —
Сәғәт нисәләр икән?
Беҙ эсәсәк шараптарҙы
Кемдәр эсәләр икән?
Ерҙә дауыл күтәрелде, —
Сәғәт нисәләр икән?
Беҙ кисәсәк диңгеҙҙәрҙе
Кемдәр кисәләр икән?
Күктә йондоҙҙар болара, —
Сәғәт нисәләр икән?
Бер донъянан икенсегә
Ниңә күсәләр икән?
Материал йома көнө гәзиттә баҫыла.