Кисә бронежилет менән каска бирҙеләр. Гел еңелсә йөрөп өйрәнгәс, былайтып йөрөү саҡ ҡына ауырыраҡ әлегә.
Пензалағы яҡташ егеттәрҙән сираттағы сәләмдәре ошо булды. Ҡыуандыҡ. Ысынында, уларҙан килгән һәр хәбәр шатландыра, ә бында үҙҙәрен тотош кейендереп ташлағандар. Баш һаҡта, тән һаҡта. Бронежилет менән каска һеҙҙе үҙҙәренсә һаҡлаһын, ә беҙҙең доғалар үҙҙәренсә: тәнегеҙ ҙә, йәнегеҙ ҙә ҡалҡан артында булһын, егеттәр. Фәрештәләргә ошо турала көн дә әйтеп торабыҙ.