Илһөйәрлек
8 Ноябрь 2022, 11:59

"Әләм беҙҙең менән"

Беҙ күбеһенсә йә Һарытау, йә Пензала булған һалдаттар тураһында яҙҙыҡ. 

"Әләм беҙҙең менән""Әләм беҙҙең менән"
"Әләм беҙҙең менән"
Бер тапҡыр ғына фронттың үҙенән хәбәр булды, бында, тыуған йортта, ут йотоп ултырған туғандар өсөн алғы һыҙыҡтан булған сәләмдәр, билдәле, айырыуса ҡәҙерле. "Әсәй, мин иҫән" тигән өс кенә һүҙ етә, артығы ла хатта кәрәкмәй. 
Бына фронттан килгән сираттағы сәләм. Һалдат кеше аҙ һүҙле була (гәп һатып ултыра торған заман да түгел, ысынында), беҙҙең барыһы ла һәйбәт, Башҡортостан әләме беҙҙең менән тигәндәр һәм бөттө. 
Ошо һүҙҙәр ҙә етте, күңел бер аҙ тынысланды. 
Күктә елберҙәй әләм,
Барсағыҙға ҡайнар сәләм,
Ҡайтырбыҙ беҙ тиҙҙән, беләм, 
Йәшәгеҙ тик беҙгә һаулыҡ теләп,
Доғалар ҡылып гелән. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас