- Өшөмәнеңме, балам?
Ниңә тап аяҡҡа иғтибар иткәнен әле, олоғайғас ҡына, аңлай башланыҡ, аяҡ ҡоро, йылыла булһа, ҡалғанына бик бирешмәйһең икән.
А. Суворов һалдаттарына былай тигән " Держи голову в холоде, живот в голоде, а ноги — в тепле."
Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы теге көн генә Пенза ҡалаһында ятҡан яҡташ һалдаттарға күстәнәстәр алып барғайнылар, бүләктәр араһында йөн ойоҡтар күп ине, Яҡшымбәт апайҙары бәйләгән ойоҡтар.
- Беҙ уларға күңел йылыһын һалдыҡ, - тине апайҙар.
Бөйөк Суворов әйткәне хаҡтыр, шулай ҙа, баҙнат итеп, төҙәтмә керетәбеҙ: аяҡтарығыҙ йылыла булһын, башығыҙ ҙа өшөмәһен, тамағығыҙ туҡ йөрөһөн. Иң мөһиме - иҫән ҡайтығыҙ, малайҙар.