

Ишйәр Хабулла улы Йомағолов «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» Көйөргәҙе районы илһөйәрлек акцияһына ҡушылып, махсус операцияға киткән егеттәргә мейестәр яһап ебәргән. "Буржуйка" тип атала был мейестәр халыҡ телендә.
Тормош иптәше Фәриҙә Йомағолова беҙгә уның турала һөйләне.
- Иретеп йәбештереү һөнәренә уҡып, хаҡлы ялға сыҡҡансы шул һөнәр буйынса совхозда эшләне. Һәр эшен еренә еткереп башҡара торғайны, әле лә 78 йәшенә ҡарамай оҫталығы шул килеш һаҡланып ҡалған. Гел тимер-томор, газ балондары йынап барҙы. Әрләй торғайным барып металл ҡабул иткән заводка тапшыр тип, юҡ тыңламаны. Ана бит кәрәге сыҡты. Матур итеп иретеп йәбештереп мейестәр эшләне. Һалдаттарға ярҙам. Әлеге ваҡытта бер мейес өҫтөндә эшләй, уныһы ла оҙаҡламай әҙер була. Яңылыҡтарҙы һеҙҙең гәзиттә уҡып бара, гел көтөп ала "Юшатыр" гәзитен. Иң ҡыҙыҡһынғаны мобилизация, махсус операцияға киткән егеттәр.-тине.
Иретеп йәбештереүсе һөнәре яуаплылыҡ талап итә. Был эштә барыһы ла эшләй алмай. Үҙ эшенә тоғро ҡалған Ишйәр Йомағолов барыһы өсөндә үрнәк булып тора. Ишйәр бабай менән Фәриҙә Йомағоловтар бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Икеһе лә үҙ аллы тормош ҡороп йәшәп ята. “Һайлаған һөнәрем тормошомда бик кәрәк булды”,—ти тырыш Ишйәр Хабулла улы. Ҡылған изгелектәрегеҙ, ярҙамығыҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын бабай.
Материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды.
Фото Лилия Михайлованың интернеттағы сәхифәһенән.