Все новости
Илһөйәрлек
13 Ноября 2022, 09:54

Ысын геройҙар

Кисә кис, бер ҡосаҡ фотолар килеп төшкәс, аптырап ҡалдыҡ. 

Ысын геройҙар
Ысын геройҙар
Китсәле, был хәл беҙҙә түгелдер. Шайморатовсы ла шайморатовсы тип, ауыҙҙан төшөрмәй, һөйләйбеҙ, улар, линейка, парадтарҙа, матур итеп кейенеп сығып баҫа ла, сығыш яһай, шуның менән бөттө миссиялары тиһәк....
Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ гимназияһы шайморатовсылары парад геройҙары түгел, ысын геройҙар икән. Ҡайҙан барыһына ла өлгөрә - баш етмәй. 
"Гонка героев"та кем ярыша - улар, кем музейҙар буйлап сәйәхәт итә - улар, кем 1812-1814 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарына стела асып йөрөй - улар, кем фронттағы һалдаттарға хат яҙа - улар, кем ололарға ярҙам итергә бара - улар, әлбиттә. 
Оксана апалары менән Раил ағалары үҙҙәре шәптәр, улар өлгөһөнә эйәрә балалар, тап Оксана Викторовна менән Раил Рамаҙан улы ысынды ялғандан айырырға ярҙам итә.
Парадтарҙа ялтырап тороу шәп, тормошта балҡып йәшәү тағы ла шәберәк. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: