Тик алама хәбәрҙе кемгәлер түгел, үҙ-үҙеңә өндәшергә лә ҡыймаған мәл. Көттөк. Яҡшыға өмөт иттек.
Руслан Мәскәүҙә Бурденко исемендәге госпиталдә ята. Ике ай инде ята. Махсус операция барған ергә август айында киткән, сентябрҙә ҡаты яраланған....
Бында өс балаһы, ҡатыны көтә. Өс йыл элек Ҡунаҡбай ауылынан ҡалаға күсенеп килгәндәр, ни хәл итәһең, Ҡунаҡбайҙа мәктәп тә юҡ, ФАП та, магазин да юҡ. Юлын да үҙегеҙ беләһегеҙ.
Руслан менән 21 минут һөйләштек, ошо минуттар бер ғүмерҙәй тойолдо, кисермәгән хис ҡалманы, берсә көйҙөк, берсә һөйөндөк.
Әңгәмә киләһе һанда гәзиттә баҫыла.