Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
16 Декабрь 2022, 08:35

Тыуған ер йылыһы

Ҡағыҙ биткә хаттар яҙыу онотолоған һымаҡ ине лә баһа. 

Тыуған ер йылыһы
Тыуған ер йылыһы
Ваҡыты шундай: ҡулдарға ҡәләмде кире тотторҙо.
Фронтта йөрөгән егеттәргә хаттар яҙабыҙ. Әле Күмертау балалары бер ҡосаҡ итеп хат яҙған.
Яңы йылға, башҡа бүләктәр менән бергә, ошо хаттарҙы ла алыр һалдаттар, уҡырҙар, ҡат-ҡат уҡырҙар, аҙаҡ, өйҙәренә ҡайтҡансы, кеҫәләрендә йөрөтөрҙәр - Тыуған илдең йылыһын тойор өсөн. 
Бер бала, исемләп атап, Айҙар тигән яҡташыбыҙға яҙған. Ҡайтыуыңды көтәбеҙ тигән. Меңәрләгән хаттар эсендә яҙылған исемдәргә беҙ ҙә өндәшәбеҙ, Азамат, Салауат, Андрей, Саша.... беҙ һеҙҙе һағынып көтәбеҙ. Тиҙерәк ҡайтығыҙ. 
Автор: Дим Ильясов
Читайте нас