Илһөйәрлек
22 Ғинуар 2023, 06:56

Шатлыҡ, ҡыуаныс, ғорурлыҡ

Яҡшымбәт ауылына һалдат ҡайтты. 

Шатлыҡ, ҡыуаныс, ғорурлыҡШатлыҡ, ҡыуаныс, ғорурлыҡ
Шатлыҡ, ҡыуаныс, ғорурлыҡ

18 ғинуар төнөндә ауылыбыҙға шатлыҡ килде. Ысын мәғәнәһендә шатлыҡ, ҡыуаныс, ғорурлыҡ. Ата - әсәһенең, Илдар ағай һәм Зөлфиә апайҙың ғына түгел, ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың, Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы Сынбулатов Айнур Илдар улы "теге" ерҙәрҙән ялға ҡайтты. Сентябрь айында мобилизация менән махсус операцияға эләккәйне ул, ниһәйәт өс ай ярым үткәс тыуған төйәгенә ике аҙнаға ялға ҡайтты. Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уның янына хәл белергә барҙы. Һалдаттың йөҙөндә йылмайыуҙан башҡа бер нимә лә юҡ, тыуған йортонда бит ул (тыуған яҡ, тыуған йорт нисек кенә булмаһын, барыбер көс бирә, дәрт бирә). Уны күргәс, нисектер... донъялар элеккесә тыныс, һәр кеше киләсәккә өмөт менән элеккесә нимәҙер табам, ошолайтам, былайтам, шуны эшләйем, быны эшләйем тип йәшәп ятҡан кеүек тойолоп китте... күңелдәге еңеллекте, һалдаттың, - "Ялға ғына ҡайттым, оҙаҡламай юлға сығам", - тиеүе бүлде... барыбыҙ ҙа бөгөнгө көнгә кире ҡайтты... Силсәүиттең, - "Йә, ҡустым, һөйлә, нисек хәлдәр?" - тигән һорауына ла, - "Яҡшы, донъялар тиҙерәк тынысланһын", - тип, ҡыҫҡа ғына яуап ҡайтарҙы, "теге" теманан ситкә китте, һәм ниндәйҙер кимәлдә беҙҙе бөгөнгө көндән кире элеккегә алып ҡайтты... Барыбер тыныс йәшәгәнбеҙ икән, әҙәм балаһына тыныслыҡтан башҡа бер нимә лә кәрәк түгел икән... Бөгөн беҙгә яҙғаны берәү, Айнур батыр булды. Ә әле күпме кеше унда, күпме яҙмыш унда... Һәммәһенә лә иҫәнлек, һаулыҡ теләйбеҙ, иҫән - имен ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, донъялар тынысланыуын теләйбеҙ, Аллаһ теләһә ошо арала барыһы ла тамамланып һәр бер һалдат өйөнә ҡайтыуын теләйбеҙ, ата - әсәләренең, туғандарының, дуҫтарының, яҡташтарының ҡыуанып ҡаршы алыуҙарын теләйбеҙ, бәхеттә, шатлыҡта бергә һәм берҙәм булып йәшәй башлауын теләйбеҙ. Амин, Амин, Амин.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас