Все новости
Илһөйәрлек
2 Февраля 2023, 15:57

Нимә ул Ватан?

Радмир Араптановты беләһегеҙме?

Нимә ул Ватан?
Нимә ул Ватан?
Әлбиттә, беләһегеҙ, район ғорурлығы ла ул, Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы егете. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, утты-һыуҙы күп кискән кеше. Хәрби офицер. Былтыр Украинанан яраланып ҡайтҡанында, бөтөн ауыл уны нисек итеп ҡаршылағанын барыбыҙ ҙа күреп, әле иланыҡ, әле көлдөк. Ил президентын да былай ҡаршыламайҙар - баһаһы бик ҙур Радмирҙың. Уны сит ерҙәрҙә лә ныҡ хөрмәт итәләр икән, әле Радмир Тывала, Ҡыҙыл ҡалаһында. Уны мәктәпкә саҡырғандар, Хәс, Ниғмәти шиғырындағы һымаҡ: һөйлә әле, ағай, нимә ул Ватан? Һөйләгән. 
Радмир Араптановты бөгөн кис Россия 24 каналы күрһәтәсәк. 
Беҙҙән бер генә теләк: тиҙерәк ҡайт та тыуған илгә, Радмир, беҙгә лә һөйлә: "Ватан ул, дуҫтар, Тыуған ил, бына беҙ торған урын...."
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: