Все новости
Илһөйәрлек
6 Февраля 2023, 09:59

Аңлатып бөтөрлөк түгел

Яу яланынан күп кенә яҡташ егеттәр ҡайтты. 

Аңлатып бөтөрлөк түгел
Аңлатып бөтөрлөк түгел
Уларҙы алыҫтан уҡ танып була: ҡайһылары хәрби кейемдәрен сисмәй йөрөй, сискән хәлдә лә, үҙҙәре танылып торалар - күҙ ҡараштарынан. Моңһоу тип әйтһәң, бәлки, дөрөҫ булмаҫ, уйсан. 
Сираттағы егет менән һөйләшәбеҙ (шеврон уныҡы). Күмертау егете ул. 
- Балаларымды күрәм тип ашҡындым, тәү сиратта уйымда улар ине, ҡайтып ингәс тә, бәләкәсе ҡапыл ғына танымай торҙо (үҫкән үҙе, тфү-тфү), ҙуры йүгереп килеп алдыма ултырҙы. Бында йөрөгәндә, тыныс тормошта, туғандарҙың ҡәҙерен бик белмәгәнмен икән тип ҡуям, әле һәр береһен ҡыҫып ҡосаҡлағы килә, һәр береһе шул тиклем яҡын - әйтеп аңлата ла алмайым. 
Шевронындағы яҙыу ябай яҙыу ғына булмаһын ине, һеҙҙе илаһи көстәр бер ҡасан да ташлап китмәһен, егеттәр! 
Бөгөн редакцияға ялға ҡайтҡан һалдаттар килергә йыйына - быныһы һуңыраҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: