Все новости
Илһөйәрлек
6 Февраля 2023, 14:22

Бер туғандар кеүек

- Балалар ныҡ һағынған, малайым арттан бер тотам да ҡалмай йөрөй. 

Бер туғандар кеүек
Бер туғандар кеүек
Тышҡа, тәмәке тартам тип сыҡһам да, әйтә: атай, мин дә һинең менән. 
Динарҙың ике балаһы бар, улына 4, ҡыҙына 2 генә йәш. Ялға ҡайтҡан яҡташ егетебеҙҙе нисек ҡаршы алғандарын күрҙек- "Юшатыр"- туғандары менән бергә шатландыҡ һәм бына ул бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. 
- Ҡайтҡас, Ҡотлоюлда ла, Таймаҫта ла булдым. Бөтәһен күреп, ҡунаҡ булдым...
"Тегендә" беҙҙең район-ҡала егеттәре ныҡ күп, бер туғандар кеүек йәшәйбеҙ. Яңыраҡ телевизор алып ебәрҙек, блиндажда тапшырыуҙар ҡарайбыҙ. Машина менән, күрше ауылға барып, аҙыҡ-түлек һатып алабыҙ. Гуманитарка? Юҡ, беҙгә уның килеп еткәне булманы. Ротала тулыһынса Көйөргәҙе егеттәре, Һамарҙан ике һалдат бар, уларға гел килеп тора гуманитарка, беҙҙең менән бүлешәләр.
Материал - киләһе һанда. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: