Все новости
Илһөйәрлек
6 Февраля 2023, 16:29

Йөрөгән ерҙең ҡурайы юҡ

Күргәндәрҙе көйләп тартырға.

Санаға ла ектер атты,
Арлы-бирле йөрөп ҡайтайым.
Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
Васыят итеп һүҙем яҙайым.

Гелән дә түтә юл булмаҫ,
Аҫыл да ҡоштар ҙур булмаҫ.
Ҡайҙа барһаң, дуҫтар кәрәк,
Дуҫ-иш барҙа, ирҙәр хур булмаҫ.

Сит илдәрҙә күп йөрөнөк,
Ваҡыт түгел микән ҡайтырға.
Йөрөгән ерҙең ҡурайы юҡ,
Күргәндәрҙе көйләп тартырға.

Ошолай көйләп йөрөйҙөр егеттәребеҙ. Ҡурайҙы бер тартып алһаң, моғайын, Тыуған илгә ҡайтып килгәндәй булалыр. 

Һеҙ уйнар ҡурайҙар һеҙҙе көтә, егеттәр. Тиҙерәк ҡайтырға яҙһын. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: