+21 °С
Болотло


Кеше борсолған, ҡайғырған йә булмаһа, киреһенсә, шатланған ваҡыттарында, нилектәндер, яҙыуға күсә. Әле лә бына шундайыраҡ мәл, күңелдең урынында юҡ сағы. Хат яҙғандар. Һалдаттарға. Кинйә Абыҙ халҡы. Матур-матур теләктәрҙе теҙгәндәр. Һеҙгә ышанабыҙ тигәндәр. Бер генә нәмәне әйтергә онотҡандар: ҡайтыуығыҙға беҙҙе танымай ҙа торорһоғоҙ, беҙҙе Айыҡ ауыл тип йөрөтәсәктәр тип кенә өҫтәйһе ҡалған.