Илһөйәрлек
11 Февраль 2023, 06:47

"Түбәбеҙ күккә тейҙе"

Туғаным, әйтмәй генә, сюрприз яһап, ҡайтырға уйлаған.

"Түбәбеҙ күккә тейҙе""Түбәбеҙ күккә тейҙе"
"Түбәбеҙ күккә тейҙе"

Сентябрҙән бирле күрмәгәс шул тиклем һағындыҡ, ул үҙе лә һағыныуын йәшермәй. Көтөп алған осрашыуыбыҙ матур үтһен тип, плакаттар төшөрөп, шарҙар өрөп, һыйлы табындар ҡороп ҡаршы алдыҡ. Быларҙы күреп, туғаным аптырап ҡалды, уны шулай ҙурлауыбыҙға ҡыуанды. Улы Данил, ҡыҙы Самина аталарының эргәһенән китмәйҙәр, шул тиклем ҡыуандылар бәләкәстәр, улар ғына түгел үҙебеҙең дә шатлыҡтан түбәбеҙ күккә тейҙе, кире оҙатҡанда ғына ауыр булып тормаһа. Туғанымды ҡаршы алырға дуҫтары ла килде. Подъезда йәшәгән күршеләре лә был саранан ситтә ҡалманылар, уларға ҙур рәхмәт. Оҙатҡанда ла ҙур ярҙам күрһәттеләр, әле ҡайтырын ишеткәс тә күрше инәй-бабайҙар күстейҙәр кереттеләр, инеп хәл белешеп сыҡтылар...

Материал тулы килеш йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас