Бар иғтибар уларҙа - яуҙа йөрөгән егеттәрҙә, элек ҙур булып күренгән мәшәҡәттәр, башҡа ығы-зығы кесерәйеп ҡалды, инде ошо ауыр мәлде үткәреп ебәрһәк.... Артабан еңелерәк булыр.
Күмертау шайморатовсылары бик зарланмаған (файҙаһы ла әллә ни юҡтыр), киреһенсә, маҡтанған да һымаҡ булғандар: беҙҙең хәлдәр башҡа батальондарға ҡарағанда һәйбәтерәк - кейем, ашау, башҡаһы....Ҡала әләменә ҡултамаға һалғандар. Бөтөнләйгә ҡайтҡас, музейҙа был әләмде үҙегеҙ тотоп ҡарап торорға яҙһын ине, егеттәр.
Көйөргәҙе районында ла булды бындай осрашыу - ялға ҡайтҡан һалдаттар менән район башлығы осрашты. Ят күҙ-ҡолаҡ булманы (шул иҫәптән, беҙ ҙә булманыҡ). Егеттәр "бына беҙ" тип шапырынғыһы, шалт та шолт фотоға төшкөһө килмәгән,
Был осраҡта ла шулай тип әйтәбеҙ: бик тиҙ арала иҫән-һау ҡайтып, йәшенмәй, бергә-бергә әллә нисәмә фотоға төшөргә булһын ине.