"Шайморатовсыларҙың ҡышҡы уйындары" тип атала ул. Бында йәш шайморатовсылар үҙҙәрен әллә күпме һөнәрҙә һынап ҡарай: әле дөрөҫ, һалдатса, атлау алымдарын күрһәтәләр, төштән һуң башҡалары башлана: спорт уйындары, йырҙар йырлау.