

Үҙебеҙ, аҡса йыйып, яңыраҡ телевизор алып ебәрҙек, блиндажда тапшырыуҙар ҡарайбыҙ. Машина менән, күрше ауылға барып, аҙыҡ-түлек һатып алабыҙ. Ашау, кейендереү яғы ҡаралған, барыһы ла бар, тоҡлап ярмалар, һыу һәм башҡаһын килтереп торалар, ҡайһы саҡта һалдат һурпаһы туйҙырып китә, ул саҡтарҙа яҡын урынлашҡан ауылдарға магазинға барып киләбеҙ.
- Урындағы халыҡтың һеҙгә ҡарата ҡарашы нисек?
- Төрлөһө бар, ауыл, ҡалаларға барһаҡ, әрләп киткәндәре лә була, рәхмәт әйтеүселәр ҙә юҡ түгел.
- Өйҙә һине ике балаң, күҙ төбәп торған тормош иптәшең көтөп торҙолар, уларҙың бәхеттәрен әйтеп бөтөрөрлөк түгелдер инде, балалрың бигерәк бәләкәй, танынылармы?
- Эйе, Аллаға шөкөр, өйҙә көтөп торор кешең булыуы үҙе ҙур бәхет, тормош иптәшем Таңсулпан, улым Данил, ҡыҙым Самина, апайым, яҡындарым әҙерләнеп, матур итеп ҡаршы алдылар. Уларҙы күреүемә сикһеҙ шатмын, кире киткәндә генә ҡыйын булып тормаһа. Балалар ныҡ һағынған, малайыма оҙаҡламай 4 йәш тула арттан бер тотам да ҡалмай йөрөй, тышҡа, тәмәке тартам тип сыҡһам да, атай, мин дә һинең менән, тип инәлеп һорай.
- Тормош иптәшең бүтән барма тимәйме?...
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды. Материал сыҡҡан арала Динарыбыҙ, ялын тултырып, кире китте. Беҙ һине, бөтәбеҙ бергә - ғаиләң, туғандарың, беҙ - көтәбеҙ. Тағы ла бер, кинәнеп, һөйләшеп ултырырбыҙ, иншалла.