+21 °С
Болотло


Күптән түгел Өфөнән Артур Ғәлиевты Андрей Малаховтың федераль ток-шоуына саҡырғандар. 22 йәшлек кесе сержант махсус операциянан ҡулһыҙ ҡайтҡан, шуға ҡарамаҫтан, ул йәшәү рухын юғалтмаған.
Әле ул алғы һыҙыҡта ҡалған иптәштәренә һәм хеҙмәттәштәренә гуманитар ярҙам ебәреү менән шөғөлләнә. Артур кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм фронтҡа кәрәкле башҡа кәрәк-яраҡтар йыйыу иғлан иткән.