Илһөйәрлек
22 Февраль 2023, 08:27

Йылыраҡ булһын

Беҙҙең һалдаттарыбыҙ өшөмәһен!

Йылыраҡ булһынЙылыраҡ булһын
Йылыраҡ булһын

Күмертау тау колледжы директор урынбаҫары Н.Е.Попова инициативаһы буйынса махсус хәрби операция һалдаттарына портатив мейестәр эшләп ебәрелгән.
"Иретеп йәбештереүсе" һөнәре буйынса белем алған 3 курс студенттары Ломонос А., Хәсәнов И., Хисмәтуллин Г. уҡытыусылары Д.В. Варнавский етәкселегендә өс аҙна буйы ең һыҙғанып эшләгәндәр.
Күмертау ҡалаһы ветерандар советы рәйесе М.Л. Мәмбәтов һәм хәрби туғанлыҡ рәйесе Н.С.Хлынцев студенттарҙың эшен юғары баһалайҙар.
Портатив мейестәр гуманитар конвой менән махсус хәрби операция зонаһына ебәрелде. Беҙҙең мейестәр һалдаттарыбыҙҙы һыуыҡта йылытыр тип ышанып ҡалабыҙ. Шулай уҡ портатив мейестәр һалдат аштарын, баҫыу мунсаһына һыу йылытырға бик тә шәп буласаҡ. 

Әлфинә СОЛТАНОВА. 

Автор:
Читайте нас