Алыҫ Украинала хеҙмәт итеүсе ағайҙарға өсмөйөшлө хаттар яҙҙыҡ. Яңыраҡ ҡына мәктәбебеҙгә шатлыҡлы хәбәр килде. Уразбахтина Самира менән Фәйзуллина Рәсимәнең хаттары ауылдашыбыҙ Сынбулатов Айнур ағайға эләккән. Ул Самираның хатын Украинанан фотоға төшөрөп тә ебәргән. Шатлығыбыҙҙың сиге булманы, сөнки Айнур ағай туғандары аша беҙгә рәхмәт еткергән. Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусы ағайҙарға һаулыҡ һәм барыһының да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Яҡшымбәт мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары.