

- Тыумышым менән Федоровка районынанмын. Ермолаевола ла, Күмертауҙа ла йәшәнек. Мәләүез ҡалаһында кадет мәктәбендә, аҙаҡ Стәрлетамаҡ физик культура техникумында уҡыным. Ил алдындағы бурысымды Төньяҡ Кавказда сик һағы ғәскәрҙәрендә разведчик булып үтәнем. Аҙаҡ контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡалдым. Төҙөлөш буйынса үҙемдең эшемде асып эшләнем.
- Ғаиләң дә барҙыр бит?
- Эйе, ҡатыным менән матур йәшәйбеҙ, бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәбеҙ.
- Һинең батырҙарса яһаған аҙымыңды ла әйтмәй булмай, илебеҙ именлеге һағына һин үҙ теләгең менән киткәнһең.
- Рәсәй именлегенә ҡурҡыныс янаған һуғыш башланғас, үҙ теләгем менән илебеҙҙе һаҡларға барырға булдым. Ҡатыным был аҙымыма риза булманы тәүҙә, шуға уны оҙаҡ әҙерләргә тура килде. Илһөйәрлек тойғоһо көслө миндә, был ваҡытта ситтән генә ҡарап ятыу беҙҙең ишле егеттәр эше түгел. Етмәһә хеҙмәт өсөн лайыҡлы аҡса ла түләйҙәр. 1 июлдән Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны составында иҫәпләнәм. Унда барырға теләүселәрҙе ныҡ тикшереп алдылар, һайлап алыу туры көслө булды. Тоцк ҡалаһында хәрби күнекмә үттек, аҙаҡ Украинаға 1 сентябрҙә керҙем. Унда мин отделение командиры булдым. Украинаға кергәндән алып алғы һыҙыҡта булырға тура килде. 11 сентябрҙә штурм ваҡытында ҡаты яраландым. Тоцкта, Өфөлә дауаландым, әле лә дауаланыуымды дауам итәм. Шәбәйгәс, Алла бирһә, тағы барам, өйҙә йәшенеп ятмаясаҡмын.
Илебеҙ именлеген яҡлау беҙҙең бурыс.
- Ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо булғандыр бит?
- Алйоттар ғына ҡурҡмай...
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды.