Гөлөм йәл түгел һиңә
Алым түгел, гөлөм түгел
Йәнем йәл түгел һиңә.
Мөхәббәт тураһында йыр был. Әммә әле йырҙар ҙа башҡасараҡ яңғырай. Һөйөшөү ҡайғыһы бик юҡ, илдәр тыныс түгел.
Кинйә-Абыҙ халҡы ил ҡайғыһы менән йәшәй. Әле яралы егеттәргә ҡан кәрәк тип әйтеүҙәре булды, улар ҡанды тапшырып та ята. Плакат? Ул да бында.
Йырҙың аҙағы былай:
Түңәрәк күлдән һалҡын һыу
Эстем йәнем көйгәнгә,
Йыраҡ ерҙе яҡын итеп
Ҡайттым һине һөйгәнгә.
Йән көйөүҙәре бөтһөн - йыраҡ ерҙе яҡын итеп, тиҙерәк ҡайтһындар ине.