Все новости
Илһөйәрлек
31 Марта 2023, 18:17

Өсөһөн дә ҡотлайбыҙ!

Улар бөгөн икәү булырға тейеш инеләр.

Өсөһөн дә ҡотлайбыҙ!
Өсөһөн дә ҡотлайбыҙ!

Береһе килә алмаған. Йәше оло, һаулыҡ ҡай саҡ мах та биреп ҡуя.
Икенсеһе бында - Дамир Хәйбуллин. Уны бөгөн Мәләүездә, ҙурлап, "Атайсал" проекты сиктәрендә, бүләкләнеләр.
Быға береһе лә аптыраманы, ҡыуандылар.
Дамир Минияр улы, депутат булараҡ ҡына түгел, эшҡыуар булараҡ та, ысын патриот булараҡ та, яҡташтарын ярҙамынан өҙмәй. Атаһы кеүек. Әйткәндәй, Минияр ағай, әлбиттә, үҙе лә бөгөн Мәләүездә булды. Уның күргәҙмәһе гел халыҡты йәлеп итеп тора, әле лә шулай булды.
Беҙ Дамирҙы ла, Минияр ағайҙы ла (үҙеңә оҡшаған ул үҫтергәнһең), ҡыҙғанысҡа, килә алмай ҡалған ағайҙы ла ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!
Тулыраҡ - киләһе һанда.

Автор:
Читайте нас: