Ялсыҡай егетен күмәкләп ҡаршы алған инек, бына бөгөн Ильдарҙы оло юлға оҙатыу көнө лә килеп етте. Надир Хәйбуллин был юлы ла егеттәргә тигән күстәнәстәрен йөкмәп, Ялсыҡайға килеп Ильдарҙы оҙатып ҡалды.
- Алдан егеттәрҙән шылтыратып һораштым, улар беҙгә Башҡортостан флагы кәрәк тинеләр, шуға бик тырышып, тиҙ генә уларҙың теләген үтәнем, флагты Ильдар ҡоҙа аша тапшырҙым, - ти.
Егеттәргә тағы ниндәй күстәнәстәр юлланды, был турала киләһе һанда уҡығыҙ