Все новости
Илһөйәрлек
24 Мая 2023, 07:44

Һалдаттарға - картуф

Михайловка ауылынан 10 егет яуҙа йөрөй.

Һалдаттарға - картуф
Һалдаттарға - картуф
Бәләкәй генә ауыл өсөн күп һан был. Тулайым алғанда, Көйөргәҙе районынан "тегендә" һуғышҡандар байтаҡ. Бында осраҡта, әлбиттә, район халҡы ҡул ҡаушырып ултыра алмай. Әлеге Михайловка ауылынан Анастасия Константинованы ғына алғанда ла, түшенә күптән миҙал тағырлыҡ ҡыҙ. Үҙе педагог һөнәренә уҡыған булһа ла, фермер ул, тракторсы һөнәрен үҙләштергән. 
Анастасия тәүҙә яуҙағы егеттәр өсөн маскалы селтәрҙәр үрҙе, шәмдәр яһаны, әле бына, картуф ултыртҡан. Бер үҙе түгел, бөтөн ауыл ярҙам иткән. Картуфты сәскәндән һуң, орлоҡ артып ҡала, шуларҙы халыҡтан йыйып алғандар ҙа, ултыртҡандар. Был аҙыҡ үҙҙәренә түгел, фронтҡа китәсәк тәғәм. Афарин, Анастасия, шулай ҙа бер теләк: был картуфты егеттәр тыуған илгә ҡайтып ашаһын ине. 
Автор:
Читайте нас: