+1 °С
Облачно
Батыр егетте дейеү тотоп алып ашарға була, һәм егет уға әсәһе бешергән сөсө икмәкте тәмләтеп ҡарап иҫән ҡала. Бөгөн беҙҙең райондаш егетебеҙ Денис дейеү янына булмаһа ла, шундай уҡ хәүефле ергә, яу яланына юллана. Ата-әсәһе, ғаиләһе, туғандары янынан ул инде күптән сығып китте, уны оҙатыу кисәһе гәзитебеҙҙә лә баҫылып сыҡты. Бына әле һалдатыбыҙ тейешле урында хәрби уҡыуҙарын үтеп, махсус хәрби операция булған ерҙәргә юл тотто.
Егетебеҙгә әсә ҡулдарының, тыуған йортоноң, ауылының йылыһын һаҡлаған һый-хөрмәтте кемдәр әҙерләгән һәм кем алып барып тапшырған, был турала киләһе һанда уҡығыҙ.