Илһөйәрлек
31 Декабря 2024, 08:52

Йомғаҡ яһанылар

Кисә Ялсыҡайҙар сәй табыны артында йыйылышып, уҙып барған йылға йомғаҡ яһанылар

Добавить в предпочтительные источники Google
Йомғаҡ яһаныларЙомғаҡ яһанылар
Йомғаҡ яһанылар

Йыл аҙағында ғына изге эшкә тотонған тырыш ауыл халҡы бөгөнгө көндә 20 маскировка селтәре үреп тапшырған да инде.
Кис һайын ауыл мәктәбенә йыйылып селтәр үреүселәр кисә сәй табыны ҡороп, бик күңелле итеп ултырғандар.
Ауылдаштарының хеҙмәтен күреп, депутаттары Юлай Сәғитов бүләк алып биреп ебәргән.
Уларҙы ауыл клубында, рәхмәт әйтеп тапшырҙылар.
Бүләктәр бының менән генә тамамланманы, бағымсылар ярҙамында улдары яуҙа йөрөгән ата-әсәләргә бүләктәр йыйып тапшырҙылар.
Яуҙан ялға ҡайтҡан егеттәре сәхнәгә сығып рәхмцт әйтте, уның һүҙҙәре байрамға тағы юғары кәйеф өҫтәне.

Был туралара тулыраҡ гәзит биттәрендә яҙылыр

Автор:
Читайте нас