Әле бына ялға ҡайтҡанымды ишеткәс тә уңайлы көн һайлап, Илдар менән икебеҙҙе ауылыбыҙ мәктәбенә сәйгә саҡырҙылар. Бында килгәс белем алған саҡтар иҫкә төштө, ауылдаштарҙың селтәр үргәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, сәй табыны артында рәхәтләнеп көлөшөп, аралашып ултырҙыҡ. Сара һуңында ауылдаштар миңә маскировка селтәрҙәре һәм йылытҡыс пушка тапшырып ҡыуандырҙылар. Ауылдаштарымдың аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын, ошо эштә ҡатнашҡан һәр кемгә, шулай уҡ был изге эште ойотороусыларға рәхмәтлемен, - ти Денис.
Хат тулы килеш уҙған һанда баҫылды