Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
17 Апрель , 11:56

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рамаҙан Юлбарисовҡа таҡтаташ асылды

Яҡуттар был сараға ныҡлы әҙерләнгәндәр

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рамаҙан Юлбарисовҡа таҡтаташ асылды
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рамаҙан Юлбарисовҡа таҡтаташ асылды

Рамаҙан Ямалетдин улы илебеҙҙе фашизмдан ҡотҡарыусы батырҙарҙың береһе булған. Һуғыштан һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, ауыл хужалығын тергеҙеүгә лә ҙур өлөш идергән ул.
Йәш быуын өсөн өлгө булып торған Рамаҙан Юлбарисовтың исемен мәңгеләштереүгә ауылдаштары ныҡлы әҙерләнгәндәр, халыҡ та күп йыйылғайны. Уның яҡты иҫтәлегенә арнап сығыш яһаусылар ҙа күп булды.
“Ветернадарыбыҙҙың батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Илебеҙ, тыуған еребеҙ, тип ашҡынып йәшәгән яҡташтарыбыҙ бер ҡасан да онотолмаҫ”, - тип телмәр тотто ауылдаштары Рамаҙан Ямалетдин улы тураһында.

Автор:
Читайте нас: