Илһөйәрлек
16 Июня , 10:12

Егеттәр китте әрмегә

Хәйерле сәғәттә булһын

Бөгөн ҡала хәрби комиссариатынан унлаған егет әрмегә китте. Шулар араһында Усманов Рәсим дә ил алдындағы бурысын үтәргә юлланды.
- Уның рухлы булыуына ғорурланып ҡарап торҙоҡ. Ҡаланың 5-се һанлы мәктәбендә уҡыны, ныҡ рухлы уҡыусы ине, төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашты, ҡайҙа барһа ла башҡортса һөйләште, һәр ваҡыт “Мин башҡорт” тип күкрәк ҡаҡты. Көслө лә, яуаплы ла егет ул. Ата-әсәһенең матур тәрбиәһенә, беҙ ҙә, мәктәптә үҙ өлөшөбөҙҙө индергәнбеҙҙер тип уйлайым.
Гармун көйөнә өҙә баҫып башҡортса бейеүе лә күңелдәрҙе елкендерҙе. Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтһындар буласаҡ һалдаттар, - ти Рәсимдең уҡытыусыһы Земфира Байбулатова.
Рухлы Рәсим егетебеҙ хаҡындағы материалдың тулыраҡ вариантын гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Егеттәр китте әрмегә
Егеттәр китте әрмегә
Автор:
Читайте нас