Все новости
Иман
28 Апреля 2018, 12:08

ТАЛАҠ ӘЙТЕРГӘ АШЫҠМАҒЫҘ

Бер нисә йыл элек мәсеткә никахтарын шатланып үткәргән йәштәр килде. Улар талаҡ тураһында белергә теләй ине.

Бер нисә йыл элек мәсеткә никахтарын шатланып үткәргән йәштәр килде. Улар талаҡ тураһында белергә теләй ине.

Мин уларҙан сәбәптәрен һораштым. Барыһы ла сабырһыҙлыҡҡа барып тоташа. Һәр береһе менән айырым һөйләшеп, бергәләп тикшереп, ошо сәбәптәрҙе нисек урап уҙырға кәңәштәр бирҙем. Аҙаҡ улар мәсеткә тағын килде, был юлы, шатланып, тәүге бәпестәренә исем ататырға тип килделәр.

Был йәһәттән бик күп миҫалдар килтерергә булыр ине. Бөтә сәбәптәр ҙә, баяғы әйтеп кителгәнсә, сабырһыҙлыҡҡа бәйле. Йәштәр күп осраҡта танышалар ҙа, бер ни булмағандай, никахҡа керергә ашығалар. Әлбиттә, был эш исламда хуплана. Тик бит әле... Яңы ғаилә ике ғаиләлә төрлө тәрбиә алған, донъяны төрлөсә күргән кешеләрҙең килешеүенән төҙөлә. Мин, имам булараҡ, иң беренсе аталарының ризалығын һорайым. Ислам шулай ҡуша. Атай кеше ентекле уйлап, етди ҡарарға килергә тейеш был саҡта. Ә уларҙың күбеһе ышанысһыҙ ғына: «Ни эшләйһең, риза инде», – тип яуап бирә. Кеше алдында ата кешенең күңелен ҡырырға хоҡуғым юҡ. Тик атай кеше ошоно аңларға тейеш: тап ул үҙе дөрөҫ тәрбиә бирергә тейешлекте! Хәҙер килеп: «Эш үткән инде, мин ни эшләтә алам», – тигән кеүегерәк яуап бирәләр. Бында система ғәйепле, тиер күптәр. Юҡ! Беҙ үҙебеҙ, тик үҙебеҙ генә ғәйепле. Тәрбиәне беҙ бирергә тейеш! Ә урам, интернет түгел. Бына был – айырылышыуҙар сәбәптәренең тәүгеһе. Артабан. Әлбиттә, бер-береңде ихтирам итмәү. Күп ҡыҙҙар еңел тормошта йәшәргә теләй. Теләһә ни эшләп, ҡотороп йөрөп-йөрөп, аҙаҡ ипле генә бер егеткә кейәүгә сығып, бала табып, алиментын алып йәшәргә теләгән ҡыҙҙар ҙа етерлек. Егеттәргә былай тип кәңәш бирер инем: «Тәүҙә нәҫелен тикшер». Беҙҙең атай-олатайҙар ошо юҫыҡта эш иткән. Тәтәй ҡыҙҙы күреп тәпеһенә эләгереңде уйлау артыҡ итмәҫ ине.

Тағы ла бер хата – ҡыҙыулыҡ. Был да – шайтан ҡотҡоһо. Шуны әйт, быны әйт, тип ҡотортоп ҡына тора. Ҡыҙып алған йәштәр ошонда теленә шайтан ниндәй вәсвәсә һалһа, шуны әйтә. Был ныҡ үпкәләшеүҙәргә килтерә лә инде. Бер ай элек егет менән ҡыҙ ошо ҡыҙыулыҡтары менән өс тапҡыр талаҡ әйтеүҙәрен, хәҙер килеп үкенеүҙәрен, ни эшләргә кәрәклеген һораны. Был осраҡта ла иң беренсе бер-береңде ғәфү итә белеү кәрәк. Юҡҡа ғына берең асыуланғанда, икенсең шым ғына торһон, тип тәҡрарламайҙар. Талаҡ – бик ҡатмарлы һүҙ. Ул әйттең дә бөттө түгел шул.

– Ҡыҙ менән егет араһындағы һөйөү – Аллаһы Тәғәләнең ҙур хикмәте, – тигән ине Башҡортостан Республикаһы мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт бер вәғәзендә. Тимәк, Аллаһ биргән бүләкте ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк. «Никах – минең сөннәтем. Ғаиләһен ныҡлы тотҡан, нығытҡан минең юлымдан барыусы», – тигән пәйғәмбәребеҙ.

Ислам динендә ир – ғаилә башлығы, ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә бала тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Әсә менән бала араһындағы бәйләнеш, әсә кешененең абруйы – йәштәрҙә ислам диненә ҡарата һөйөү уятыуға бер ишара. Шәриғәт тарафынан ғаилә (никах) мөнәсәбәттәре ентекле эшкәртелгән.

Талаҡ хоҡуғы ирҙәргә генә рөхсәт ителгән. Уның төп шарты булып өс тапҡыр талаҡ әйтеү тора. Талаҡты ике тапҡыр әйтеү, айырылышыуға килтермәй. Тик өсөнсө ғиддәт ваҡыты сығыу менән, өсөнсөһө лә әйтелһә, был инде тулыһынса айырылыу була. Был осраҡта, исламда бик ҡатмарлы процесс үтергә кәрәк буласаҡ. Ауырлы була тороп та талаҡ әйтеү бидға, баланан ҡотолғанға тиклем тыйыла. Өс тапҡыр талаҡ әйтеүҙең араһы өс ай, йәғни өс тапҡыр күрем күреү ваҡыты.

Талаҡ Ҡөрьәндең 65-се сүрәһендә ентекле аңлатыла. 2-се аятында « ... ике ғәҙел шаһит саҡыртып, Аллаһ ҡаршыһында шаһитлыҡ килтерегеҙ...», тиелә.

7-се аятынан «... хәлле кеше үҙ малынан тейешен бүлеп бирһен; хәле самалыраҡ булһа, Аллаһ биргән хәтлеменән өлөш сығарһын...»

Шуның өсөн һәр аҙымды уйлап башҡарыу, һәр һүҙҙе уйлап һөйләү кәрәк.
Читайте нас: